Пятница, 26.04.2024, 19:46
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел культуры

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 133
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2018 » Февраль » 20 » Отборочный тур конкурса "Хранители наследия" в Новомуллакаево
10:22
Отборочный тур конкурса "Хранители наследия" в Новомуллакаево

"Халҡым мираҫы" тип аталған фольклор коллективтары араһындағы район конкурс-фестивале дауам итә. 19 февраль жюри ағзаларын һәм үҙенең тамашасыларын Яңы Муллаҡай ауыл мәҙәниәт йортоноң ижад коллективы йыйҙы. Методист Г.Хафизова менән культорганизатор Л.Хәсәнова Ғаилә йылына бағышлап "Бәпәй ҡотлау" күренешен күрһәттеләр. Улар бик ентекле итеп бала бағыу серҙәрен, сабыйҙы тәрбиәләгәндә һәр төрлө ырымдарҙы, онотолоп бөтөп барған йолаларҙы тамашасылар күңеленә еткерә алды. Яңы Муллаҡай балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә бик матур бейеү алып килгәйне. Әйтергә кәрәк, фойе, сәхнә ауыл уңғандарының ҡул эштәре менән биҙәлгәйне, өҫтәлдә төрлө бәлештәр, ләүештәр, шәнгәләр, сәк-сәк, бауырһаҡ һ.б. тәмлекәстәр урын алғайны. Конкурстың положениеһына ярашлы этник костюм булырға тейеш ине. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта БСТ каналында күрһәтелгән билдәле һөнәрмән Рәхимә әбейҙе йәлеп итә алған. Ул Ҡариҙел районына ғына хас бал ҡорто биҙәге төшкән таҡыялар тегеп алып килгән. Шулай итеп, конкурс ҡуйған маҡсаттарға ирешә киләбеҙ, Аллаға шөкөр. Алдағы клуб хеҙмәткәрҙәренән дә ентекле программалар көтөп ҡалабыҙ.

Просмотров: 254 | Добавил: metod | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Начальник ОК
Минкульт РФ

Минкульт РБ

РЦНТ

Мы в контакте

ГОД ТЕАТРА
100-летие РБ
Поиск
Архив записей

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz