Четверг, 25.04.2024, 08:12
Приветствую Вас Гость | RSS

Отдел культуры

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 133
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2019 » Октябрь » 28 » Рәсәй улы - Мостай Кәрим.
09:10
Рәсәй улы - Мостай Кәрим.

Бөйөк шағирыбыҙ Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғайләһендә тыуған. Быйыл шағирыбыҙҙың оло юбилейы, уға 100 йәш тулыр иде.. Ул күпме әҫәрҙәр, шиғырҙар, поэмалар, романдар авторы. Ниндәй генә әҫәрен алһаң да, һәр береһе шул тиклем эстәлекле, матур итеп яҙылған. Иң оҡшаған шиғырҙарының береһе “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” тигән шиғыры.

Рус түгелмен, ләкин россиян мин,

Россияның һыуын эскәнмен,

Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,

Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен.

Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр,

Сағыл имәненә оҡшатһам, -

Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл

Мәскәү менән барып тоташҡан

Заманалар бик хәтәр мәлдә Мәскәү

Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән,

Һәм рус халҡы минең яҙмышымды


Үҙе яҙмышына иш иткән.

Һәм артабан, артабан... Шағир әйткәнсә Рәсәйҙә бөтә халыҡ та йәшәй. Рәсәй-ул минең Ватаным. Ватанына һоҡланып туя алмайҙыр бар халыҡ, сөнки ошо Рәсәйҙә нисә төрлө милләт йәшәй. Улар дуҫ, бер-береһенә таянып, ышанып йәшәйҙәр. Шиғыр шул тиклем эстәлекле, шағир ошо бәләкәй генә шиғырҙа ла кешеләр дуҫлығын күрһәтә алған.

Рәсәйҙә йәшәгән һәр халыҡ иркен тормош көтә. Уҡыусыларыбыҙ ҙур, яҡты, матур мәктәптәрҙә түләүһеҙ белем ала алалар. Дауаханаларҙа, санаторийҙарҙа үҙҙәренең һаулыҡтарын сыныҡтыралар. Рәсәй халыҡтарҙың хәстәрен күрә. “Барыһыла халыҡ өсөн” тигән . Бына мин дә ошо Рәсәйҙә йәшәгән , уҡыған уҡыусыларҙың береһе булам. Ошо Рәсәйҙең ҙур булмаған иле - Башҡортостан . Мин үҙ илемде бик ныҡ яратам, уның менән ғорурланам. Минең бит Башҡортостаным – ул бит Рәсәйҙә урышлашҡан. Башҡортостан Рәсәй менән бик тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Төплө, ныҡлы Рәсәй булғанға беҙ иң бәхетле балалар. Йоҡларға ятҡан төндәрем, һыҙылып атҡан таңдарым һәр ваҡыт тыныс булһын. Рәсәйебеҙҙә бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын. Беҙ бит киләсәктә Рәсәй тотҡалары буласаҡбыҙ, шуның өсөн уны һаҡларға һәм яҡларға кәрәк. Әлеге көндә беҙҙең төп бурыс-ул уҡыу. Уҡып, Ватаныбыҙ өсөн иң кәрәкле кешеләр булып ҡалырыбыҙға ышанамын.
Беҙҙәлә бөгөн балалар менән Мостай Кәримҙең шигырҙарын укып иҫкә алдык.сарабыҙҙа катнашкан укусыларыбыҙға ҙур рәхмәт.ф

Просмотров: 210 | Добавил: metod | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Начальник ОК
Минкульт РФ

Минкульт РБ

РЦНТ

Мы в контакте

ГОД ТЕАТРА
100-летие РБ
Поиск
Архив записей

Copyright MyCorp © 2024
Конструктор сайтов - uCoz